Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2020, 12:50

Республикала спорт һәм сәләмәтлек декадаһы бара

Республикала спорт һәм сәләмәтлек декадаһы бара

Был акция сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, халыҡты әүҙем ял итеүгә йәлеп итеү һәм кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу өсөн ойошторола.
Декадала республикалағы һәр муниципаль берәмектә төрлө спартакиадалар, чемпионаттар, күмәкләп конькиҙа, саңғыла шыуыуҙар һәм башҡа бихисап спорт саралары уҙғарыла.
Уларҙа мәғариф ойошмалары вәкилдәре, уҡыусылар, студенттар, төрлө ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәре, ветерандар һәм башҡалар ҡатнаша. 8 ғинуарға тиклем республикала йөҙәрләгән спорт сараһы ойоштороласаҡ.
Декада айҡанлы барлыҡ ҡалаларҙағы һәм райондарҙағы физик культура-сәләмәтлек комплекстары, спорт һәм үҫмерҙәр клубтары, спорт залдары, стадиондар, бассейндар һәм башҡа спорт ойошмаларының ишектәре халыҡ өсөн асыҡ буласаҡ.
Башҡортостан – спорт биләмәһе. Ғафури районында “Яңы йыл ғаилә уйындары-2020” ойошторолдо. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Ҡышҡы спорт уйындары”нда өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҡатнашты.
Ә Салауат ҡалаһында быйма кейеп хоккей уйнау ойошторола. Өҫтәүенә, ҡала халҡы ҡышҡы парк буйлап 2020 метр араны йүгереп үтәсәк. Ошондай үҙенсәлекле саралар һәр ерҙә уҙғарыла.
Рәсәй Президенты Владимир Путин дәүләт эшмәкәрлегендә физик культура менән спорттың өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе икәнлеге хаҡында белдергәйне. “Демография” милли проектына “Спорт – тормош нормаһы” тигән федераль проект индерелеүе лә юҡҡа түгел.
Фото: mmpsrb.ru.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне
Читайте нас: