«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2020 йылдың беренсе сәғәттәрендә Башҡортостандың бала табыу йорттарында 20 сабый донъяға килгән. Уларҙың 11-е малай, 9-ы ҡыҙ бала.
Иң беренсе бәпес Өфөнөң республика перинаталь үҙәгендә куранттар сәғәт 12-не һуғып бер минут үткәс тә тыуған. Был турала Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтенән Светлана Ҡусҡарбәкова хәбәр иткән.
Шулай уҡ бөгөн, йәғни 1 ғинуар иртәһендә( 8 сәғәт 56 минутта) Республика клиник дауаханаһында игеҙәк малайҙар тыуған. Сабыйҙар ҙа, әсәләре лә үҙҙәрен яҡшы хис итә.
Ә үткән йылдың Яңы йыл төнөндә 17 бәпес, 11 ҡыҙ һәм 6 малай, тыуған.
Бәпестәр тыуыу һаны буйынса 2015 йылдың Яңы йыл төнө рекордлы була: 1 ғинуарҙың төнөнән иртәнге сәғәт алтыға тиклем 29 бала тыуған, 19 малай һәм 10 ҡыҙ.
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.