Рух
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2019, 00:05

Томографияны йыш үтеү зыянлымы?

Компьютер томографияһы тураһында барыһы ла белә. Ә бына уны йыш үтергә яраймы? Ул күпме нурланыш бирә икән?

Томографияны йыш үтеү зыянлымы?
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп бурысы булып халыҡтың һаулығын яҡшыртыу, ауырыуҙарҙы алдан иҫкәртеү тора. Бының өсөн заманса медицина ҡорамалдары күпләп алына, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыла.
Компьютер томографияһы тураһында барыһы ла белә. Ә бына уны йыш үтергә яраймы? Ул күпме нурланыш бирә икән?
Белгестәр әйтеүенсә, компьютер томографияһы (КТ) тиҙ арала аныҡ диагноз ҡуйырға ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта уның иммунитетты насарландырыуы, сәләмәтлекте ҡаҡшатыуы ихтимал.
Шуға күрә лә табиптар бындай тикшереүҙе ауырыуҙы иҫкәртеү маҡсатында уҙырға кәңәш итмәй. КТ120 рентген төшөүгә тиң нурланыш бирә, шуға уны белгес күрһәтмәһе булғанда, иң күбе ярты йылға бер тапҡыр ғына үтәргә ярай. Иң элек ғәҙәти рентгенограмма яһарға, уның һөҙөмтәһе шикле булғанда ғына томографияға барырға кәрәк.
МРТ(магнит-резонанс томографияһы) яһағанда, тән аша электромагнит тулҡындар уҙа, нурланыш алыу ҡурҡынысы юҡ. Уны балаларға ла яһарға рөхсәт ителә.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото:philips.ru
Республика матбуғаты материалдары буйынса Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: