Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Декабрь 2019, 22:40

Милли проектҡа ярашлы һөт кухнялары асыла

Йәмғиәт һаулығын, именлеген, тыуым тотороҡлолоғон булдырыу, тәбиғи аҙыҡ менән тәьмин итеү маҡсатында “Демография” милли проектына ярашлы комплекслы саралар тормошҡа ашырыла. Билдәле булыуынса, Һөт кухнялары булдырыу республика етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме менән башланды. Был программа “Демография” милли проектының “Башҡортостанда граждандарҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән сәләмәт туҡланыу һәм зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу” төбәк проектына индерелде.

Милли проектҡа ярашлы һөт кухнялары асыла
Йәмғиәт һаулығын, именлеген, тыуым тотороҡлолоғон булдырыу, тәбиғи аҙыҡ менән тәьмин итеү маҡсатында “Демография” милли проектына ярашлы комплекслы саралар тормошҡа ашырыла.
Билдәле булыуынса, Һөт кухнялары булдырыу республика етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме менән башланды. Был программа “Демография” милли проектының “Башҡортостанда граждандарҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән сәләмәт туҡланыу һәм зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу” төбәк проектына индерелде.
Республикала иң тәүге һөт кухняһы июлдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында рәсми асылды. Артабан был эш төбәгебеҙҙең башҡа урындарында ла тормошҡа ашырыла. Бөгөн, 27 декабрҙә, Белорет ҡалаһында ла рәсми асыласаҡ.
Урындарҙа һөт фабрика-кухняһын һәм таратыу пункттарын ойоштороу ҡала хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә октябрь аҙағына ҡаралған. Маҡсат – өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы, шулай уҡ ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатындарҙы медицина күрһәткестәренә ярашлы махсус балалар аҙыҡтары менән тәьмин итеү. Проектты тормошҡа ашырыу 25 эш урыны булдырыуға ярҙам итәсәк.
“Демография” милли проекты биш федераль проекттан тора: “Балаһы тыуған ғаиләләргә финанс ярҙам”, “Ҡатындарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттары тыуҙырыу”, “Өлкән быуын”, “Йәмғиәт һаулығын нығытыу”, “Спорт – йәшәү нормаһы”.
Рәүилә Бардыбаева әҙерләне
(республика матбуғаты материалдары буйынса).
Читайте нас: