Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2019, 10:05

Йортҡа газ үткәреү өсөн аҡсалата ярҙам

Күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү маҡсатында милли проекттар теҙмәһендә “Демография” йүнәлеше лә бар. Башҡортостанда быйыл мохтаж ғаиләләргә ярҙамдың тағы бер программаһы өҫтәлде.

Йортҡа газ үткәреү өсөн аҡсалата ярҙам
#ВладимирПутин #национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү маҡсатында милли проекттар теҙмәһендә “Демография” йүнәлеше лә бар. Башҡортостанда быйыл мохтаж ғаиләләргә ярҙамдың тағы бер программаһы өҫтәлде.
Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса, күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, хәрби хәрәкәттәр инвалидтарына, инвалидтарға шәхси йортҡа газ үткәреү өсөн аҡса бүленә.
Тәүге 284 ғаилә сертификат менән быйыл уҡ файҙалана ала. Уны, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәктәрендә һәм күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә ғариза ҡалдырып, алырға мөмкин. Бының өсөн быйыл 64 миллион һум аҡса бүленгән. Алдағы өс йыл дауамында 200-әр миллион һум биреләсәк. Атап үтелгән категорияға тап килгән һәр ғаилә 60 йәки 100 мең һумлыҡ ярҙамға дәғүә итә ала.
Рәүилә БАРДЫБАЕВА
(Республика матбуғаты материалдары буйынса).
Читайте нас: