Тәмле тип белгән аҙыҡтың да зарарлы булыуы мөмкин. Күп кенә сирҙәр дөрөҫ туҡланмау арҡаһында барлыҡҡа килә.
Балалар яратҡан “чупа-чупс”, сәйнәй торған кәнфиттәр, пастилалар – барыһы ла сәләмәтлек өсөн зарарлы. Уларҙың составында шәкәр, химик матдәләр, буяуҙар ифрат күп. Чипсы – май һәм углеводтар ҡатнашмаһы, уның тәм һәм буяуҙар менән байытылыуы аппетитты уята. Газлы татлы эсемлектәр химия, шәкәр һәм газ берләшмәләренән тора, зарарлы матдәләрҙең бөтә организм буйлап тиҙ таралыуына булышлыҡ итә. Кока-кола юшҡын һәм тутыҡты таҙартыу өсөн яҡшы сара, ярты литр эсемлекте эскәндән һуң ашҡаҙан-эсәк юлына ниндәй зыян килә?!
Шоколадтарҙа химик өҫтәмәләр, тәмләткестәр, буяуҙар, калориялар күп. Сосиска һәм колбасалар ҙа зыянһыҙ түгел, уларҙағы май, сусҡа тиреһе, сало төрлө тәмләткестәр менән байытыла. Генетик үҙгәрештәр юлы менән сығарылған сояны ҡушыуҙары ла ихтимал. Майлы колбаса ризыҡтары организмға насар тәьҫир итә, ҡанда холестерин күбәйеүенә булыша, һөҙөмтәлә ҡан тамырҙары ҡыҫылып, тарайып, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә юл асыла.
Кетчуп һәм майонез организм өсөн зарарлы. Тиҙ әҙерләнә торған ризыҡтарҙы йыш һатып алмаҫҡа тырышығыҙ, уларҙың барыһында ла яһалма аҙыҡтар ҡулланыла. Көн дә кәрәкле тоҙҙо ла самалап тотонорға кәрәк. Ул организмда токсиндарҙың тупланыуына, ҡан баҫымының күтәрелеүенә булышлыҡ итә.
Алкоголле эсемлектәрҙең организмды эстән ҡаҡшатыуы барыһына ла билдәле лә бит...
Шуларға ҡарамаҫтан, зарарлы аҙыҡтарҙы самаһыҙ ҡулланыу хәл-торошоғоҙҙоң, кәйефегеҙҙең насарланыуына, һаулыҡтың ҡаҡшауына килтерәсәк. Аҙыҡтың сифаты ғына түгел, уның миҡдары ла мотлаҡ сәләмәтлегегеҙҙә сағылыш табасаҡ.
”Демография” милли проекты тап ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүгә лә йүнәлтелгән.
#национальныепроекты; #нацпроекты;
“Башҡортостан” гәзите материалы буйынса Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.