Яңы йыл алдынан ҙур бүләк алдылар
Күптән түгел Ауырғазы һәм Йылайыр райондарында ауыл халҡы өсөн ике модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Был объекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ингән сараларҙы тормошҡа ашырыуға ярашлы сафҡа индерелде.
Ауырғазы районының Степановка ауылындағы ФАП Степановка, Александровка, Марьяновка, Нәжметдин, Добровольный, Терешковка ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Бында барыһы бер мең самаһы кеше, шул иҫәптән 167 бала йәшәй.
Йылайыр районының Анновка ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты Васильевка һәм Владимир-Николаев ауылдары халҡына тәүге медицина ярҙамын күрһәтәсәк. Пациенттарҙы “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашҡан фельдшер ҡабул итә.
Яңы ФАП-тар заманса санитария нормаларына һәм талаптарына яуап бирә: фельдшер кабинеты, ҡаралыу һәм процедуралар бүлмәләре, хужалыҡ блогы, санузел бар.
Быйыл Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикалағы медицина учреждениеларына 6707 берәмек ҡорамал тапшырылған. Улар араһында һигеҙ томограф, ике КТ/МРТ, 17 УТТ һәм 12 рентген аппараты бар.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республика матбуғаты мәғлүмәттәре буйынса Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.