Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2019, 11:35

Киләһе йылға юлдар яҡшырасаҡ

Республиканың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов 2020 йылда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы 107 объектты сафҡа индереү планлаштырылыуын белдерҙе.

Өфөлә 70 саҡрым оҙонлоғонда юл ремонтланасаҡ, 12 светофор, юл хәрәкәте менән идара итеүсе 20 автоматик система ҡуйыласаҡ, тротуарҙарға 1200 погон метр ҡойма ҡуйыласаҡ, 131 метрлыҡ күпер һалынасаҡ. Башҡала буйынса дөйөм финанслау күләме 4150,4 миллион һум тәшкил итәсәк.
– Әле 59 объект буйынса контракт төҙөлгән, планға индерелгән. Йыл аҙағына тиклем контракттар тулыһынса төҙөлөп бөтәсәк, – ти Тимур Мөхәмәтйәнов.
2020 йылға юл фонды күләме 19,1 миллиард һум күләмендә күҙаллана, сумманың 1,8 миллиарды – федераль бюджеттан, 17,3 миллиард һумы республика бюджетынан.
Фото: yandex.com
Республика матбуғаты мәғлүмәттәре буйынса Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: