Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2019, 12:00

Водителдәрҙе тикшереү ҡағиҙәләре үҙгәрә

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан водителдәргә алкоголь һәм наркотик ҡулланыуға экспресс-тест үткәрергә рөхсәт ителеүе ихтимал.

Алкоголь йәки наркотик билдәләре теүәл аңлашылмаған осраҡта был ысулды ҡулланыуҙары бар. Экспресс-тест контактһыҙ алкоголь детекторы һәм һеләгәй тикшереү өсөн ҡағыҙ наркотест ярҙамында үткәрелергә тейеш. Был медицина тикшереүе түгел, ә водителдәрҙе алдан тикшереү.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты юл-транспорт һәләкәттәрен кәметеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Уның бер сараһы булып машина йөрөтөүселәрҙең торошон контролдә тотоуҙы көсәйтеү тора. 2024 йылға тиклем водителдәрҙе тикшереү өсөн 94 миллион экспресс-тест һатып алыу планлаштырыла.
Фото: zen.yandex.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республика матбуғаты мәғлүмәттәре буйынса Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: