Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2019, 21:25

"Йыл ғаиләһе" конкурсының республика этабы еңеүселәре бүләкләнде

“Демография” милли проекты бурыстарына ярашлы “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабын үткәреү өсөн ойоштороу комитеты һәм сараның положениеһы раҫланды. Ул Башҡортостан Хөкүмәтенең 2019 йылдың 30 апрелендәге 427-се ҡарары менән булдырылды.

Конкурс "Күп балалы ғаилә", "Алтын ғаилә", "Ауыл ғаиләһе", "Йолалар һаҡлаған ғаилә" номинацияларында үтте. Ә "Йәш ғаилә"номинацияһы Бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә тәҡдим ителә. Уның этап ойоштороусыһы – Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.
Тәүге этап буйынса 56 ғариза ҡабул ителгән: "Ауыл ғаиләһе"нә – 13, "Алтын ғаилә"гә – 7, "Йолалар һаҡлаған ғаилә"гә – 12.
Тәтешле районынан Зинфира һәм Бәхтигәрәй Арманшиндар ауыл тарихын тергеҙеү, шәжәрә төҙөү буйынса ҙур эштәр алып бара.
Өфө районынан Нина һәм Вадим Гречулевичтар бергә 52 йыл йәшәй. Уларҙың бер-береһен аңлап, ярҙамлашып йәшәүҙәре һоҡланғыс.
Лүзиә һәм Фәнис Әхмәтвәлиевтәр Шаран районында йәшәй. Улар 16 бала тәрбиәләй. Шуларҙың өсөһө үҙҙәренеке.
Өфөлә йәшәүсе йәш ғаилә Альбина һәм Руслан Ғариповтар Йәсминә, Сафия исемле ҡыҙҙар үҫтерә. Улар төрлө сараларҙан ситтә ҡалмай, әүҙем ҡатнаша.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова бүләктәр тапшырҙы. Ғаиләләргә Башҡортостан Башлығының ҡатыны Каринэ Хәбированың бүләктәре лә бирелде.
Республика матбуғаты мәғлүмәттәре буйынса Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: