Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 02:50

Милли проекттарға аҡса өҫтәйәсәктәр

Рәсәй финанс министрлығының сығанаҡтарын буйынса, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бүленгән сығымдар 26 трлн һумға тиклем арттырыласаҡ.

Милли проекттарға аҡса өҫтәйәсәктәр
Рәсәй финанс министрлығының сығанаҡтарын буйынса, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бүленгән сығымдар 26 трлн һумға тиклем арттырыласаҡ.
“Демография” милли проекты буйынса сығымдар артыуы беренсе һәм икенсе балаға пособие алыусылар категорияһының киңәйеүенә бәйле. Киләһе йылдан килеме ике эш минимумынан түбән булған ғаиләләр ҙә баланың өс йәшенә тиклем ошо түләүҙе аласаҡ.
“Һаулыҡ һаҡлау” һәм “Магистраль инфраструктура үҫешенең комплекслы планы” проекттарына ла аҡса арттырыла, ә “Экология” милли проектына киреһенсә кәметелә.
2024 йылға тиклем милли проекттарҙың үтәлешенә 25,7 трлн һум аҡса тотоноу күҙалланғайны. Уның күп өлөшө федераль ҡаҙнанан, ҡалғандары төбәк һәм бюджеттан тыш фондтарҙан иҫәпләнгән. Хәҙер федераль ҡаҙнанан бүленгән сығымдар тағы артасаҡ.
Ун өс милли проект системаһы Президент Владимир Путиндың май Указдарынан һуң ҡабул ителде.Улар халыҡтың тәбиғи үҫешен тәьмин итеү, Рәсәйҙе иҡтисади тотороҡло биш ил исемлегенә индереү һәм кешеләргә лайыҡлы тормош булдырыу өсөн эшләнде.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Республика матбуғаты материалдары буйынса Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: