“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы дарыуҙарҙы бушлай бирәсәктәр
Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова ҡайһы бер дарыуҙарҙың бушлай биреләсәге хаҡында белдергәйне. Ошо көндәрҙә министр Закон сығарыусылар советы кәңәшмәһендә тағы бер тапҡыр ошо хаҡта хәбәр итте. ТАСС хәбәр итеүенсә, был әлегә сирлеләрҙең бер төркөмөнә, йәғни миокард инфарктын йәки йөрәгенә, ҡан тамырҙарына операция эшләткәндәргә ҡағыла.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының иң мөһим өлөштәренең береһе - беренсел медицина-санитар ярҙамын күрһәтеү системаһы үҫеше ул.
Шуға амбулаторияларҙа дауалауҙа булғандар табип тәғәйенләгән йөрәк өсөн дарыуҙарҙы бушлай аласаҡ.
Министр һүҙҙәренә ҡарағанда, дарыуҙар менән бушлай тәьмин итеү үрҙә телгә алынған сир асыҡланғандан һуң ике йыл буйы барасаҡ.
Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү, уларҙы дауалауға ҡарағанда, күпкә отошлораҡ һәм сығымһыҙыраҡ. Белгестәр әйтеүенсә, инсульт йыш ҡына төндә һәм таңға ҡарай теркәлә икән. Кешенең һул ҡулы һәм һул аяғы хәлһеҙләнә, телмәре насарлана, йотоуы ауырлаша башлай. Был осраҡта тиҙ генә “ашығыс ярҙам” машинаһын саҡырырға кәрәк. Баҡтиһәң, был сир осрағында “терапия тәҙрәһе” теркәлә һәм ул дүрт, биш сәғәт була. Был – кеше ғүмере өсөн иң мөһим, иң ҡиммәтле ваҡыт. Бына ошо йөрәк сиренең тәүге билдәләрен һиҙемләү мөһим.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
“Башҡортостан” гәзите материалы буйынса Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.