Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2019, 00:55

Билбау көрәшенән еңеү менән ҡайттылар

14-15 декабрҙә Өфөлә донъя чемпиондары Р.Арыҫланов, А.Зөлҡәрнәев һәм Ә. Әлимғужина приздарына билбау көрәше буйынса асыҡ турнир үтте.

Билбау көрәшенән еңеү менән ҡайттылар
14-15 декабрҙә Өфөлә донъя чемпиондары Р.Арыҫланов, А.Зөлҡәрнәев һәм Ә. Әлимғужина приздарына билбау көрәше буйынса асыҡ турнир үтте.
Башҡаланың "Батыр" мәктәбендә Башҡортостандың ҡалаларынан, райондарынан, Татарстандан, Силәбе өлкәһенән 20 команда, йәки 243 ҡатнашыусы йыйылды.
Ауырғазынан тренер Илдус Нәҙершиндең тәрбиәләнеүселәре һынатманы.
Әлфинә Большакова менән Олеся Семенова 1-се урын яуланылар.
Билбау көрәше буйынса донъя чемпионкаһы Әлфиә Әлимғужина Әлфинәгә иң яҡшы көрәшсе кубогын тапшырҙы.
Читайте нас: