Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2019, 11:45

Башҡортостанда донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәген төҙөү башланды

Башҡортостанда нефть һәм газ тармағында яңы материалдарҙы ҡулланыу һәм һанлы технологияларҙы ғәмәлгә индереү буйынса донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәген төҙөү башланды. “Фән” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Рәсәйҙә 15-ләп ошондай үҙәк төҙөргә уйлайҙар.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғилми-белем биреү үҙәген төҙөү тураһында “Углеводород сеймалын тәрән эшкәртеү, ташыу һәм табыу һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн һанлы технологиялар һәм яңы материалдар” тигән бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Үҙәк Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, Башҡортостан Фәндәр академияһы кеүек юғары уҡыу йорттарын берләштерә.
Республика грант алыу өсөн Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ойошторған конкурста ҡатнашырға тейеш. Милли проекттың “Фән һәм ғилми-етештереү кооперацияһын үҫтереү” тип аталған федераль проектын тормошҡа ашырыуға күп сығымдар бүленгән.
– Был үҙәктең төҙөлөүен биләмәне үҫтереү тип аңлайбыҙ, төбәккә күпләп инвесторҙар йәлеп ителәсәк, эш урындары барлыҡҡа киләсәк, – ти ғалимдар.
#ВладимирПутин; #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Фото: en.ppt-online.org
“Башҡортостан” гәзите материалдары буйынса Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: