Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2019, 11:45

Был мөмкинлекте 39 компания файҙаланды

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, сит илгә тауар сығарған компанияларҙың юл сығымдарын республика бюджетынан өлөшләтә субсидиялау тураһында һуңғы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған.

Был мөмкинлекте 39 компания файҙаланды
Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, сит илгә тауар сығарған компанияларҙың юл сығымдарын республика бюджетынан өлөшләтә субсидиялау тураһында һуңғы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған.
Быйыл комитет менән хеҙмәттәшлек иткән компаниялар араһынан “Башкирский уголь”, “Геотех”, “Радойл”, “Чишминское", “Русская купоростная компания” йәмғиәттәре эскпортҡа юл сығымдарын өлөшләтә ҡаплай аласаҡ. Ғөмүмән, ошо маҡсатта бүленгән 40 миллион һум тулыһынса үҙләштерелгән.
“Республика транспорт сығымдарын өлөшләтә субсидиялауға, йәғни экспортҡа эшләгән эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән проектты уңышлы бойомға ашырҙы”, – тип белдерҙе БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов.
“Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” төбәк программаһы Владимир Путиндың май указына ярашлы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ҡабул ителеп, былтыр уҡ старт алды. Ошо йүнәлештә даими эшләгән компаниялар үҙҙәренең юлға киткән сығымдарын өлөшләтә ҡаплау маҡсатында – биш миллион һумға тиклем, ә тәүге тапҡыр сығарғандар бер миллион һумға тиклем аҡсалата ярҙам алды. Беҙҙең проект башҡа төбәктәрҙә лә ҡыҙыҡһыныу уятты, әле Ленинград һәм Силәбе өлкәләре шундай уҡ программалар ҡабул иткән.
Был программа республиканың 400-ҙән ашыу компания-резиденттары араһында социологик һорау алыу ойоштороп, тикшереү уҙғарғандан һуң әҙерләнгән. Һорау алыуҙа эшҡыуарҙарҙың күпселеге ошондай төрҙәге ярҙам кәрәклеген билдәләгән.
Ғөмүмән, быйыл Башҡортостандың 39 предприятиеһы был мөмкинлек менән файҙаланған, шул иҫәптән 31 компанияға даими тауар сығарған өсөн – бөтәһе 37,48 миллион һум, тәүге тапҡыр тауар сығарған һигеҙ компанияға 2,52 миллион һум аҡсалата ярҙам бирелгән, ә дөйөм транспорт хеҙмәтенең сығымы 75,3 миллион һум тәшкил иткән.
Төбәктә урынлашҡан предприятиелар сит илгә химия сәнәғәте, ауыл хужалығы тауарҙары, нефть һәм газ секторы өсөн ҡорамалдар, металл, таҡта материалдары, ағас күмере, аҙыҡ-түлек, быяла, төрөү материалдары, вертолет һәм башҡа продукция сығарған. Әйткәндәй, экспорт тауарҙары араһында ҡәләм етештереү өсөн таҡта, сауҙа үҙәктәренә килгән кешеләрҙе иҫәпләгес кеүек үҙенсәлекле әйберҙәр ҙә бар.
Шуныһы ҡыуаныслы, экспортҡа сығарылған илдәр исемлеге лә арта бара. Исемлектә Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, Европа, Азия, Латин Америкаһы, Америка Ҡушма Штаттары, Фарсы ҡултығы, Урта диңгеҙ һәм Африка илдәре бар. Дәүләт тарафынан ярҙам булғас, компаниялар тағы ла 13 йүнәлештә эш асты.
Фото: БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр дәүләт комитеты сайтынан.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
“Башҡортостан” гәзитенән.
Читайте нас в