Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2019, 23:25

Сабый тыуыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡ

Республика Башлығы Радий Хәбиров йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә нимәләр хаҡында һөйләне

Төп проблема – берҙәмлек юҡ
— Беҙҙең төп бәләбеҙ – торлаҡ-коммуналь хеҙмәт йәки медицина түгел, ә тарҡаулыҡ, берҙәмлектең булмауы! Нигеҙһеҙ төшөнкөлөк, үҙ көсөңә, республиканың киләсәгенә ышанмау бығаса ла булды, әле лә бар. Барыһы ла сит ҡалалар һәм илдәр тураһында һоҡланып һөйләне, ә үҙебеҙ хаҡында өмөтһөҙ периферия тигән ҡарашта йәшәне.
Бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы арта
— Беҙ бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырабыҙ. Киләһе йылда был маҡсатта быйылғы менән сағыштырғанда 1,6 миллиард һумға күберәк аҡса йүнәлтәсәкбеҙ. Өс йылда уларҙың эш хаҡы үҫеше яҡынса 10 миллиард һум тәшкил итәсәк. Быны һәр кем үҙ миҫалында тоясаҡ.
Район башлыҡтарын алмаштырасаҡтар
— Беҙ урындағы хакимиәт башлыҡтары корпусын яңырттыҡ. Бер йыл элек хакимиәт башлығы вазифаһын ике сроктан артыҡ биләмәү зарурлығы хаҡында әйткәйнем. 20 районда һәм биш ҡалала кадрҙар үҙгәреше булды. Әле урындарҙағы хәл-торошҡа үҙ ҡарашы булған яңы быуын етәкселәре килә.
«Инцидент» власты халыҡҡа йөҙ менән борҙо
— Командамда булған һәр кемдән кешеләрҙең проблемаларын аңлай, уларҙы хәл итеү юлдарын таба, халыҡты тыңлай белеүҙе талап итәм. Был эштә беҙ бер йыл элек ғәмәлгә индергән «Инцидент менеджмент» системаһы төп ҡорал булып хеҙмәт итә. Һөҙөмтә күҙгә ташлана башланы – власть халыҡҡа йөҙ менән боролдо.
Бюджет аҡсаһын урлау тураһында
— Дәүләт кеҫәһенә ҡул һуҙыусыларҙың исемдәрен асыҡтан-асыҡ иғлан итәсәкбеҙ. Юлдар төҙөлөшө, подъездарҙы һәм ихаталарҙы төҙөкләндереүгә тигән аҡсаны ғына урлап ҡалмайҙар, бәғзе бер намыҫһыҙ әҙәмдәр хатта мәктәп ашханаларында балаларға тәғәйен ризыҡты урларға ла оялмай.
Беҙҙәге транспорт Рәсәйҙә иң яҡшыһы буласаҡ
— Автобус маршруттарын бүлешеп алып, үҙ-ара низағлашҡан, атышҡан бандиттар заманы артта ҡалды. Өфөләге һәм республикалағы транспорт иң яҡшылар рәтендә буласаҡ. Беҙ был тармаҡты үҫтерәсәкбеҙ һәм уның менән ғорурланасаҡбыҙ.
Мәктәп туҡланыуы тураһында
— Был өлкәлә артыҡ үҙгәрештәр юҡ, тип әйтеүселәр ҙә бар, әммә балаларҙы алдап булмай. Даими рәүештә мәктәп ашханаһында туҡланған балалар һаны һиҙелерлек артты. Ҡайһы бер райондарҙа – хатта ярты тапҡырға. Яҡын киләсәктә бөтә балалар ҙа мәктәп ашханаһында сифатлы йылы аш менән туҡлана башлар, тип ышанам.
Республика һәр сабыйға шат
Беҙ балаларҙы аҙыраҡ ярата, аҙыраҡ таба башланыҡ. Матди байлыҡ, карьера, аҡса эшләү менән артыҡ мауығып киттек. Шул уҡ ваҡытта иң мөһим ҡиммәттәр – атайлыҡ һәм әсәлек бәхете хаҡында оноттоҡ. Яңы автомобиль, фатирҙағы ремонт йәки туристик сәйәхәт сабый йылмайыуынан өҫтөн була аламы һуң?
Традицион ғаилә ҡиммәттәре көрсөк кисерә, әммә беҙ «чайлдфри» тип аталған ҡотһоҙ субкультураның йәштәрҙе аҙҙырыуына юл ҡуя алмайбыҙ. Беҙҙең юл – ныҡлы, күп балалы ғаиләләр, изгелек, намыҫ, хеҙмәт һәм тоғролоҡҡа таянған тәрбиә.
Йәштәр шуны аңлаһын: республикабыҙ һәр сабыйға шат буласаҡ. Дәүләт, йәмғиәт, беҙ барыбыҙ ҙа ярҙам итергә әҙер. Сабый тыуыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡ!
Өмә йолаһын тергеҙергә кәрәк
Быйыл беҙ 400-гә яҡын ихатаны, өс мең самаһы подъезды төҙөкләндерҙек. 700 саҡрымға тиң урамдарҙы яҡтырттыҡ. Биш йыл дауамында өс мең күп фатирлы йортто, 15 мең подъезды тулыһынса ремонтлаясаҡбыҙ. Йыл һайын 400 ихата яңы төҫ аласаҡ.
Элек кешеләр ял көндәрендә бергәләп өмә ойоштороп, ауыл урамдарын таҙартҡан – беҙгә шул йоланы тергеҙергә кәрәк. Ишек алдарын рәтләгәндәр, зыяраттың ҡоймаһын тәртипкә килтергәндәр. Беҙгә дөйөм эш хаҡына берләшергә кәрәк. Үҙ йортонда, ихатаһында, республикаһында тәртип булдырыу – һәр кемдең бурысы. Үҙ-ара килешеп эшләп, бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп йәшәйек.
Беҙ 2600 ғүмерҙе ҡотҡарҙыҡ
Иң мөһим һөҙөмтәләрҙең береһе – йыл башынан ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан һәм һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр һәр төрлө шештән үлеү күрһәткесе кәмене. Беҙ юл-транспорт ваҡиғаларында, һыуҙа, суицид, ялған иҫерткес эсемлектәр арҡаһында үлеүселәр һанын кәметеүгә өлгәштек. Ысынында – 2600 ғүмерҙе ҡотҡарҙыҡ. Әгәр һәр кеше һәм уның сәләмәтлеге өсөн көрәшһәк, тағы ла меңдәрсә ғүмерҙе ҡотҡарып алып ҡаласаҡбыҙ.
9 Май хаҡында
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек һәм уны билдәләү 9 Майға тиклем дә, унан һуң да иң юғары кимәлдә булырға тейеш. Ветерандарҙы тулыһынса торлаҡ менән тәьмин итергә, яугирҙәргә һәм тыл хеҙмәтсәндәренә тейешле ярҙам, иғтибар һәм хөрмәт күрһәтергә тейешбеҙ. Был көнгә барлыҡ хәрби мемориалдарҙың һәм стелаларҙың тәртиптә булыуы шарт.
Яңы юлдар һәм күперҙәр тураһында
Яҡшы юлдар кешегә ышаныс өҫтәй, хәүеф-хәтәрҙән аралай. Һәм беҙ бының өсөн аҡса йәлләмәйәсәкбеҙ. Йыл дауамында мең ярым километр юл ремонтланды, 900 саҡрымға тиң араға таш түшәлде, 50 километр самаһы юл һәм биш күпер төҙөлдө.
Октябрҙә Ҡариҙел ауылы янында һоҡланғыс күпер тапшырылды. Кешеләр уны тиҫтәләрсә йыл буйына көттө. Элек республиканың төньяҡ-көнбайышынан төньяҡ-көнсығышына барыу өсөн «М-5» трассаһы буйлап Өфө аша 300 саҡрым урап йөрөргә тура килә ине. 2024 йылға ремонт талап ителгән барлыҡ күперҙәр тәртипкә килтереләсәк, бының өсөн аҡса бүленгән.
Ә БЫЛ ВАҠЫТТА
Мөрәжәғәтте тыңлаусылар иланы
Ғаилә ҡиммәттәре хаҡында һөйләгәндә Радий Хәбиров «Атайым алдай» тигән социаль видеоролик ҡарарға тәҡдим итте. Уны башҡорт режиссеры Айнур Асҡаров Кореяла төшөрөлөп, Азия илдәрендә популяр булған социаль видеореклама нигеҙендә эшләгән. Өс минут дауам иткән ролик залдағы ҡунаҡтарға, депутаттарға, йәмәғәт әүҙемселәренә, хеҙмәт алдынғыларына шул тиклем көслө тәьҫир итте, ҡайһы берәүҙәр хатта күҙ йәштәрен дә йәшермәне. Белгестәр фекеренсә, роликка һалынған идея йөҙәр меңдәрсә баланы ҡотҡарған (видеоны беҙҙең сайтта ла ҡарарға мөмкин). Уның Рәсәй
өсөн ҡулайлаштырылған варианты беҙҙә лә шундай тәьҫиргә эйә буласаҡ тип күҙаллана.
БЕЛГЕС ФЕКЕРЕ
Сергей ШИРИНКИН, БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, «Белем» Рәсәй йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе:
— Ни өсөн беҙҙең илдә бөтә чиновниктар ҙа халыҡ менән бына ошолай ябай һәм асыҡ рәүештә, телмәрендә аңлайышһыҙ фекерҙәр, фәнни һүҙбәйләнештәр, ҡоро һандар ҡулланмай, нигеҙһеҙ вәғәҙәләр бирмәй генә аралаша алмай? Ә аныҡ бурыстар ҡуйырға, уларҙы үтәүҙе талап итергә мөмкин. Ыңғай фекер йөрөтөү шарт. Тарихыбыҙҙы булдырған, республикабыҙҙы данлаған ябай кешеләрҙе өлгө итеп ҡуйырға кәрәк.
Эрнст МУЛДАШЕВ, билдәле табип-офтальмолог:
— Радий Фәрит улы үҙ сығышы менән уның өсөн ваҡ төшөнсәләрҙең булмауын күрһәтте. Мәҫәлән, ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа йәшәйеш мәҙәниәте. Хәҙер кешеләр тормошҡа икенсе төрлө ҡарай. Үҙеңдән һуң сүп-сарҙы йыйыштырыу – ябай ғына талап, ә бит элек ошоноң ише ваҡ нәмәләргә иғтибар ҙа итмәнек. Элек йылға-күл буйҙары сүп-сар менән тулы ине, ә хәҙер кешеләр үҙҙәренең артынан йыйыштырырға, ял иткән урынын таҙа ҡалдырырға тырыша.
Читайте нас: