Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2019, 11:55

Иҡтисад компетенциялары программалары буйынса уҡыталар

2019 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостанда һанлы иҡтисад компетенциялары программалары буйынса дәүләт иҫәбенә уҡыуға заявкалар ҡабул ителә. Тағы ла Яҡут (Саха), Татарстан республикалары, Ростов һәм Тула өлкәләре халҡы ошо тиклем шәхсән һанлы сертификаттар алыуға заявкаларҙы тапшыра ала.

Сертификатҡа эйә булыусылар яһалма интеллект, программалаштырыу һәм ИТ-продукттарҙы төҙөү, сәнәғәти дизайн һәм 3D моделләштереү, киберхәүефһеҙлек һәм сәнәғәти интернет йүнәлештәре буйынса компетенцияларҙы үҙләштерә аласаҡ.
Уҡыу "Һанлы иҡтисад" милли проектына ярашлы алып барыла.
Мәғлүмәтте ҡыҙыу линия телефоны буйынса алырға була: 8 (800) 700-20-35.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
“Башҡортостан” гәзите материалдары буйынса Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: