Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2019, 06:34

Өфө колледжында биш оҫтахана асылды

Быйыл федераль ҡаҙнанан грант биреү өсөн Башҡортостандан һайлап алынған алты колледж араһында Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы ла бар. Был эш Рәсәй Президентының май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Йәш профессионалдар” программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Грант аҡсаһы уҡыу йорттарының матди-техник базаһын яңыртыуға субсидия рәүешендә бүленә.
Ошо көндәрҙә Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжында сәнәғәт дизайны, мода технологиялары, графикалы дизайн, идара итеүҙе документтар менән тәьмин итеү һәм архив эше, бөҙрәхәна сәнғәте кеүек йүнәлештәр буйынса биш оҫтахана асылды.
– Оҫтаханаларҙың асылыуы – беҙҙең колледж өсөн мөһим һәм ҡыуаныслы ваҡиға. Әлбиттә, конкурс ғәмәлдәрен үтеү өсөн башта ҙур тырышлыҡ һалдыҡ, – ти уҡыу йорто директоры Леонид Васильев. – Беҙ конкурста “Сәнғәт, дизайн һәм хеҙмәтләндереү өлкәһе” тигән йүнәлештә еңеп сыҡтыҡ. Студенттар бик шатланды, сөнки мәғариф учреждениеһының матди-техник базаһы белгестәр әҙерләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Тейешле ҡорамалдар, уҡыу программалары һәм шарттар булдырылған уҡыу аудиторияһы йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырырға, уҡырға теләк тыуҙырырға ярҙам итә.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
“Башҡортостан” гәзите материалдары буйынса Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: