Өфөләге Совет майҙанын матурларға уйлайҙар
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, республикабыҙҙа тирә-яҡты күркәмләндереү, халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу йәһәтенән комплекслы эш дауам итә.
Өфөнөң Совет майҙаны ла күркәм төҫ аласаҡ, тип ышандыралар. Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл, йәйәүлеләр зонаһы, фонтан, эскәмйәләр, йәшеллек – биләмәнең буласаҡ элементтарын график компьютер моделендә күрергә мөмкин.
“Беҙ халыҡҡа Совет майҙанының нисек буласағын күрһәтергә теләнек”, – тип белдергән был визуалләштереүҙе баҫтырған BigDагентлығы етәксеһе Дмитрий Эйгенсон.
Шайморатов һәйкәленең проекты өҫтөндә эш дауам итә, пропорциялары, размеры, деталдәре әле үҙгәрәсәк. “Ул бик шәп буласаҡ тип вәғәҙә итәләр”, – ти Эйгенсон.
Совет майҙанын үҙгәртеп, етәкселек унда төп байрам сараларын уҙғарырға планлаштыра. Реконструкцияны тормошҡа ашырыу ваҡыты әлегә әйтелмәй.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты дүрт федераль проекттан тора: “Ипотека”, “Торлаҡ”, “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу”, “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү”.
“Башҡортостан” гәзите материалдары буйынса Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.