Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2019, 02:05

Эшҡыуарлыҡ субъекттарын 170 меңгә еткереү күҙаллана

Алдағы биш йылда Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын 170 меңгә еткереү, йәғни 25 процентҡа арттырыу күҙаллана.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты илебеҙҙең иҡтисади ҡеүәтен нығытырға, тимәк, халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртырға тейеш.
Был өлкәгә республикабыҙҙа айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Республика башлығы Радий Хәбиров халыҡты эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү, уларға үҙ кәсебен йәйелдереүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса аныҡ йүнәлештәр булдырырға тигән бурыс билдәләне һәм ул төрлө яҡлап эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла.
Үҙ кәсебен булдырған йәки уға тотонорға ҡарар иткән кешеләргә документ яғынан ярҙам итеү, аңлатыу эштәре ойоштороу маҡсатында Өфөлә “Минең бизнес” үҙәге асылыуы ла был йүнәлеш үҫеүенә үҙ өлөшөн индерҙе. Төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” уҙғарыла.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты биш өлөштән – федераль проекттан – тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”. Был милли проектҡа ярашлы, Башҡортостанда төбәк проекттарының биш паспорты раҫланған.
Фото: zen.yandex.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: