Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2019, 11:25

Радий Хәбиров – Совет президиумы ултырышында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм милли проекттар советы президиумы ултырышында ҡатнашты. Уны видеоконференция тәртибендә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм милли проекттар советы президиумы ултырышында ҡатнашты. Уны видеоконференция тәртибендә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.
Ултырышта “Экология”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде.
– Ике милли проектты бер ултырышта ҡарауыбыҙ осраҡлы түгел, сөнки уңайлы ҡала мөхите – ул яҡшы экологик хәл дә, – тине Дмитрий Медведев.
Торлаҡ өлкәһендәге милли проектты тормошҡа ашырыуҙың төп алымы – ипотека. Ғәмәлдәге иҡтисади хәлгә ярашлы, ипотека ставкалары түбәнәйә, был иһә төҙөлөш йылдамлығына ыңғай йоғонто яһай.
Экологияға килгәндә, Премьер-министр ҡулланыу ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса тотош тармаҡ булдырыуҙы төп бурыс тип билдәләне. Ҡайһы бер төбәктәр ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеүҙә ҡыйынлыҡтар кисерә. Уларҙа субъекттар етәкселеге яғынан өҫтәмә сара күрергә кәрәк.
Мәғлүм булыуынса, Радий Хәбиров Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына төбәктә “сүп-сар реформаһы”н тормошҡа ашырыу буйынса оператив кәңәшмәләрҙе аҙна һайын үткәрергә ҡушты.
Уның әйтеүенсә, министрлыҡ һәм төбәк операторы хеҙмәткәрҙәре ҡалдыҡтарҙы ваҡытында ситкә сығармауға бәйле һәр осраҡты ентекле тикшерергә тейеш.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: