Рух
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2019, 00:15

Башҡортостан башлығы Мөрәжәғәтнамәне уҡығанда залдағыларҙың күҙҙәре йәшләнде

10 декабрҙә «Торатау» конгресс-холында Радий Хәбиров беренсе тапҡыр «Минең атайым алдаша» социаль видеоролигын күрһәткәс, Башҡортостан башлығының Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәтнамәһен тыңларға саҡырылғандарҙың күбеһенең күҙҙәре йәшләнде, тип хәбәр итте «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Был ролик – башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың Азияла бик популяр булған социаль реклама видеоһына яҡын. Гонконгта страховка компанияһының социаль яуаплылыҡ сиктәрендә төшөрөлгән роликты тәүге көндәрҙә үк 7 миллион кеше ҡараған.
Эксперттар әйтеүенсә, ошо роликка һалынған идея йөҙәрләгән мең баланы ҡотҡарған да инде һәм Рәсәй өсөн яраҡлаштырылғандан һуң беҙҙең илдә лә шулай эшләргә тейеш.
Радий Хәбиров был роликты традицион ғаилә ҡиммәттәре хаҡында һөйләгән саҡта күрһәтте.
«Беҙ агрессив, яһалма childfree тип аталған субмәҙәниәткә йәштәрҙе юлдан яҙҙырырға мөмкинлек бирә алмайбыҙ. Беҙҙең юл – ныҡлы ғаиләләр, күп балалыҡ, балаларҙы изгелек, выждан, намыҫлы хеҙмәт, ғаилә һәм тоғролоҡ ҡанундарына таянып тәрбиәләү», — тине Хәбиров.
Читайте нас: