Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2019, 01:10

Эшҡыуарҙар 2020 йылдан экспорт өсөн сертификатҡа субсидия аласаҡ

Эшҡыуарҙар 2020 йылдан экспорт өсөн сертификатҡа субсидия аласаҡБер компанияға биреләсәк субсидия күләме 500 мең һум буласаҡ

Бер компанияға биреләсәк субсидия күләме 500 мең һум буласаҡ
ТАСС мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандың экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларының экспортҡа әҙерләнгән продукцияһына сертификат юллауға субсидия биреү программаһын тормошҡа ашырасаҡ. Проект 2020 йылдан эшләй башлаясаҡ. Ул “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы сығымдарҙың 80%-ына тиклем ҡаплаясаҡ, тип белдергән үҙәк директоры Илдус Хәлитов.
““Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт”, “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекттарына ярашлы эшләйбеҙ, икенсе йылға яңы продукт менән эшләй башлайбыҙ. Был халыҡ-ара сертификатлауҙың 80%-ын Экспортҡа булышлыҡ үҙәге сараларына һәм 20% - компанияның үҙ аҡсаһына эшләү шартында башҡарыла. Субсидия мотлаҡ тауарҙың сертификатына буласаҡ, шулай уҡ сифат менеджментын сертификатлауҙы ла күҙ уңында тотабыҙ”, - тине ул.
Бер компания өсөн субсидия күләме 500 мең һумға тиклем буласаҡ, был программа кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарҙың күпселегенә үҙ продукцияһын экспортҡа сығарырға ярҙам итәсәк. Сит ил баҙарына продукцияны тәҡдим итергә сертификат алыу мотлаҡ.
Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү буйынса милли проект 2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән һәм үҙ эсенә эшҡыуарлыҡты үҫтереү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән, уларҙың финанс мөмкинлектәренә, ташламалы финанслауға киңерәк йәлеп итеүгә, фермерлыҡҡа һәм ауыл кооперацияһына ярҙам күрһәтеүгә, эшҡыуарлыҡты популярлаштырыуға тейешле биш федераль проектты үҙ эсенә ала.
Милли проектттарҙы тормошҡа ашырыуға 2024 йылға тиклем 481,5 миллиард һум тотоноу планлаштырыла.
"Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты "Етештереү экспорты", "Ауыл хужалығы етештереү комплексы продукцияһын экспортлау", "Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы", "Хеҙмәттәр экспорты" һәм "Халыҡ-ара кооперацияны һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары" тип аталған биш проектты үҙ эсенә ала.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: