Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2019, 16:00

Владимир Косенконы уның дуҫтары һәм коллегалары хөрмәтләп иҫкә алды

Был осрашыуға Владимир Порфирьевич менән бергә эшләгән, уның менән яҡын аралашҡан кешеләр йыйылды. Улар зыяратҡа барҙылар, В.П.Косенконың ҡәбере янында хәтер митингыһы үткәрҙеләр.

Был осрашыуға Владимир Порфирьевич менән бергә эшләгән, уның менән яҡын аралашҡан кешеләр йыйылды. Улар зыяратҡа барҙылар, В.П.Косенконың ҡәбере янында хәтер митингыһы үткәрҙеләр.
Түңәрәк өҫтәлдә күренекле яҡташтарын йылы хәтирәләр менән иҫкә алдылар, уның фиҙаҡәр хеҙмәтенә юғары баһа бирҙеләр. Район хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов Владимир Косенко эшләгән йылдарҙа райондың уңышлы үҫешенә ныҡлы нигеҙ һалынғанлығын билдәләп үтте.
Косенко В.П. (1936 -1998) хеҙмәт юлын комбайнсы ярҙамсыһы булып башлай. Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Ейәнсура районында физкультура уҡытыусыһы була, һуңынан ДОСААФ район комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнә. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. 1961-1975 йылдарҙа Ейәнсура районында партия эшендә, артабан КПСС-тың Башҡорт өлкә комитетында эшләй. 1975 йылда Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлай. 1975 йылдан 1989 йылға тиклем Ауырғазы районы башҡарма комитеты рәйесе була.
Читайте нас: