Рух
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2019, 12:02

Милли проекттар нисек тормошҡа ашырыла?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Проект комитетының киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе

Унда 2019 йылдың 11 айы эсендә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Төп маҡсаттарға өлгәшеү этаптары, маҡсатлы күрһәткестәр һәм милли проекттар һөҙөмтәләре тикшерелде. Төп иғтибар Рәсәй Президентының 2018 йылдың 7 май указдарын тормошҡа ашырыуға ҡарата ҡабул ителгән сараларға бүленде.
Республикала төбәк милли проекттарын тормошҡа ашырыуҙы мониторинглау һөҙөмтәләре, йыл аҙағына тиклем һәм 2020 йылға ҡуйылған төп бурыстар тураһында Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов һөйләне.
Докладтар менән “Демография”, “Мәғариф”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Мәҙәниәт”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекттарының төбәк кураторҙары һәм етәкселәре сығыш яһаны. Бюджет аҡсаларын тотоноу, контракттар, капиталь төҙөлөшө объекттары әҙерлеге буйынса мәғлүмәттәр еткерелде.
Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса Андрей Назаров йөкләмәләр бирҙе. Улар араһында капиталь төҙөлөш объекттарын ваҡытында тапшырыу һәм 2020 йылға кәрәкле килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу бар.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас: