Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2019, 18:25

Өфөлә башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһын ойоштороу съезы үтте

Съезд башҡорттарҙың төбәктәрҙәге милли-мәҙәни автономиялары тәҡдиме менән ойошторолдо һәм унда Рәсәйҙең төрлө яҡтарынан 50-нән ашыу делегат килде.

Съезд эшендә Башҡортостан, Мәскәү, Силәбе, Свердловск, Волгоград, Тверь, Татарстан, Коми, Ханты-Мансы, Ямал-Ненецк өлкәләренән делегаттар ҡатнашты.
Ойоштороу съезынан тыш, форумда ҡатнашыусылар башҡорт халҡының тарихы буйынса түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрының 100 йыллыҡ юбилейына арналған кисәлә булды.
Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Михаил Мишин, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова ҡатнашты.
- Автономияның мөһим берләштереүсе көс буласағына ышанам, - тип билдәләне республика башлығы Радий Хәбиров. – Яҙмыш башҡорт халҡын бөтә ил буйынса таратҡан, ә хәҙер беҙ уларҙы ҡабат туплайбыҙ. Беҙҙең ҙур пландар бар, республика был берләшеүҙең локомотивы булып тора.
Автономия Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә эшләгән башҡорт ижтимағи ойошмаларын берләштерәсәк.
Милли автономиялар хаҡындағы федераль закон 2003 йылда уҡ ҡабул ителә, был законға ярашлы күп кенә милләттәр федераль кимәлдә эшләгән милли-мәҙәни автономиялар төҙөй. Башҡортостанда ла 4 йыл Элек федераль автономия төҙөү тәҡдиме күтәрелеп сыға, әммә ул ваҡытта теркәү менән ҡатмарлыҡтар тыуып эш аҙағына тиклем еткерелмәй.
Бөгөнгө съезда автономияның уставы, составы раҫланды, етәксеһе һайланды. Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһының рәйесе вазифаһы Лилиә Ғүмәроваға йөкмәтелде. Башҡа милләттәр тәжрибәһе күрһәтеүенсә, автономия ойоштороу ил кимәлендәге программаларҙа ҡатнашыу, гранттар яулау мөмкинлеге аса, вәкәләттәрҙе киңәйтә.
Читайте нас: