Волга буйы федераль округының иң яҡшы мәктәп һәм студент театры исеме өсөн 14 төбәктән 28 коллектив ярышты. Ошо федераль округтың Рәсәй Федерацияһы Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров башланғысы менән старт алған проектта ете мең тирәһе йәш актер ҡатнашты. Һәм улар ҡуйған спектаклдәрҙе йөҙ меңдән артыҡ тамашасы ҡараны.
Фестивалдең йомғаҡлау церемонияһын тура эфир аша Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәре лә күҙәтте.
Йәш актерҙарҙы олпат, билдәле коллегалары тәбрикләне. Балаларға нәсихәттәр һәм ижади уңыштар теләп Рәсәйҙең халыҡ артисы Андрей Соколов, театр һәм кино актеры Андрей Гайдулян видеомөрәжәғәт яҙҙырған.
Еңеүселәрҙе халыҡ тауыш биреүе һәм баһалама ағзалары билдәләне, уларҙың тауышы 50-гә 50 нисбәтендә иҫәпләнде. Яратҡан актерҙары өсөн утыҙ мең тирәһе тамашасы тауыш биргән.
“Пауза” студияһы “Мәктәп театрҙары” номинацияһында иң яҡшыһы булды. Еңеүселәр тура эфирҙа иғлан ителде. Башҡортостандан фестивалдә ике коллектив ҡатнашты. “Ҡорос” халыҡ театры һәм “Пауза” студияһы финалға сыҡты. Межгорье коллективы рус халыҡ әкиәтен тәҡдим итте. Тауыш биреү барышында улар 89 балл йыйып беренсе урынға сыҡты.
“Студент театрҙары” номинацияһында Сыуаш республикаһы коллективы еңеү яуланы.
Бүләкләү тантанаһы 16 декабрҙә Түбәнге Новгородта үтә.