Рух
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2019, 10:56

Йәш белгестәргә фатиха бирҙеләр

Баш ҡаланың 21-се ҡала клиник дауаханаһында һөнәргә бағышлау сараһы үтте. Быйыл учреждениеға 27 табип һәм 33 шәфҡәт туташы эшкә килгән.

Дауахананың баш табибы Ринат Нагаев, йәш белгестәрҙе тәбрикләгәндән һуң, һайлаған һөнәри юлдарында уңыштар теләне, дауахананың тынғыһыҙ тормошонда әүҙем ҡатнашырҙар, үҙҙәрен һәр яҡтан профессионал итеп танытырҙар, тигән ышаныс белдерҙе.
Шулай уҡ йәш табиптарға травматология һәм ортопедия бүлеге мөдире Әхтәм Фәйзуллин, хирург Никита Казаков, республиканың Шәфҡәт туташтары ассоциацияһы етәксеһе Ирина Засыпкина мөрәжәғәт итте. Белемлелек һәм һөнәрҙе яратыу кеүек сифаттар кешеләрҙең һаулығын хәстәрләү, ғүмерен ҡотҡарыу кеүек мөһим эштә төп таяныс булырға тейеш, тине улар.
Сара күңелле КВН уйыны менән тамамланды, йәш белгестәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Мәғлүм булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә республикала яңы обьекттар төҙөлә, медицина учреждениеларын төҙөкләндереүгә, заманса ҡорамалдар һатып алыуға ҙур суммалар тотонола. Шулай уҡ кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә лә иғтибар бүленә, сөнки юғары квалификациялы белгестәр булмай тороп, халыҡты медицина хеҙмәтләндереүенең сифатын күтәреп булмай.
Мәғлүм булыуынса, республика етәкселеге медицина учреждениеларын кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен өҫтөнлөклө йүнәлештәр иҫәбенә ҡуя. Был эштең аныҡ һөҙөмтәләрен күрәбеҙ: Башҡортостандың төрлө медицина учреждениеларында кадрҙар дефициты һиҙелерлек кәмене.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: