«Беренсе мәғариф форумында төп мәсьәләләр тураһында, биш көнлөк уҡыу тураһында ҡарар ҡабул иттек, икенсе форумды сәләмәтлек мәсьәләһенә арнарға тәҡдим итәбеҙ. Был иң яҡшы белгестәрҙе һәм ҡыҙыҡлы спикерҙарҙы йәлеп иткән ҙур ведомство-ара эш булырға тейеш. Беҙгә уҡыусылар һәм студенттар диспансеризацияһы менән эшләргә, балаларыбыҙҙың психик һәм әхлаҡи һаулығын нисек һаҡларға кәрәклеген аңлау зарур. Был эшкә ҡушыла башлағыҙ», — тип мөрәжәғәт итә республика етәксеһе кәңәшмәлә ҡатнашҡан министрлыҡ һәм ведомство етәкселәренә.
«Мәғариф министрлығы менән берлектә мәктәптәрҙең стоматология кабинеттарын тулыһынса яңырттыҡ. Был кабинеттарҙа балаларҙы ҡабул итә башланылар ҙа инде, — тип хәбәр итте Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. — Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡатнашлығында өс яҡлы эш алып барабыҙ. Уҡыусылар өсөн психотерапия үҙәген булдырыуға, 12-нән 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың репродуктив сәләмәтлегенә йүнәлтелгән комплекслы программаны бойомға ашырыуға ла ҙур әһәмиәт бирелә».
Максим Забелин шулай уҡ иғтибарҙы ата-әсәләрҙең күбеһенең дәүләт стоматологияһына бик ышанып ҡарамауына йүнәлтте.
«Мотлаҡ медицина страховкалауы дәүләт программаһы буйынса, хәҙер шәхси клиникаларҙан ҡалышмаған материалдар ҡуябыҙ. Дауалау, иҫкәртеү, тешләнеште төҙәтеү – быларҙың барыһын да эшләйбеҙ. Ошо мәғлүмәтте уҡыусыларыбыҙҙың ата-әсәләренә еткерергә кәрәк», — тип мөрәжәғәт итте министр Радий Хәбировҡа.