Быйыл Өфөлә йәшәүселәр һәм башҡала ҡунаҡтары бөтөнләй яңыса ҡышҡы иллюминация инсталляциялары (күләмле композициялар) менән һоҡлана ала. Улар - Париж, Стамбул, Мәскәү һәм башҡа эре ҡалаларҙы үҙенең эштәре менән биҙәгән бөтә донъяға билдәле Италия рәссамы һәм яҡтылыҡ архитекторы Валерио Фести композициялары.