Республика конкурсына старт бирелгәс тә, ауырғазылар был ярышта ҡатнашырға ҙур теләк белдерҙе. 18 ауыл халҡы сәләмәт тормош яҡлы булып сыҡты. Айыҡ йәшәүгә бағышланған төрлө саралар ойошторолдо. Уларҙың эштәре менән ойоштороу комитеты ағзалары танышып, баһалап барҙы.
Конкурста ҡатнашыусылар башҡарылған эштәр буйынса слайдтар әҙерләп, видеофильмдар төшөрөп тапшырҙы.
Был эштәрҙе тикшереп, конкурс талаптарын үтәү критерийҙары буйынса баһалағандан һуң Төрөмбәт ауылы еңеүсе тип танылды һәм уларға Гран-при бирелде.
Хәҙер еңеүселәр район данын республика этабында яҡлаясаҡ. Афарин, төрөмбәттәр, уңыштар һеҙгә!