Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2019, 15:50
Федоровкала “Terra – Gussia” тип заманса исемләнгән ғәҙәти булмаған фестиваль үтәсәк
30 ноябрҙә Федоровка ауылында беренсе тапҡыр “Terra – Gussia” тип заманса исемләнгән ғәҙәти булмаған фестиваль үтәсәк.
Был көндө район мәҙәниәт йорто бинаһы алдындағы үҙәк майҙанда килеүселәрҙе сағыу, бай программа көтә.
Ауыл биләмәләре презентация үткәрәсәк, ҡаҙсылыҡ продукцияларын күргәҙмә-һатыу, театрлаштырылған концерт программаһы, “Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәте етештергән кейем-һалым менән таныштырыу, ҡаҙ ярыштары, “Ҡаҙ өмәһе” йолаһына композиция, фотозона, ҡаҙ итенән аҙыҡ-түлекте тәмләп ҡарау, халыҡ уйындары, спорт ярыштары ойоштороласаҡ. Шулай уҡ “Агробазис” етештереү базаһына экскурсия планлаштырылған.
Фестивалдә райондың иң яҡшы ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ, бейеүселәр был сара өсөн махсус тегелгән яңы матур костюмдарҙа сығасаҡ. Төрлө райондарҙан килгән ҡунаҡтар ҡаинашлығында парктағы шишмәгә көйәнтәләр менән барасаҡтар.
Район мәҙәниәт йорто алдында өс тирмә ҡорола, улар байрамға айырыуса төҫ бирәсәк. Ойоштороусылар фестивалде бөтөнләй яңыса, матур һәм онотолмаҫлыҡ итеп ойошторорға теләй.
Байрамса кейендерелгән ҡаҙҙар, оҫталарҙың ҡул эштәре, приздар уйнатыу – һәр кем күңеленә оҡшаған шөғөл табасаҡ. Балалар өсөн дә төрлө мауыҡтырғыс уйындар үткәреләсәк.
Фестивалгә башҡа өлкәләрҙән, республика хөкүмәтенән ҡунаҡтар килеүе көтөлә.
Махсус конкурстар ҙа күҙаллана: “Ҡупшы ҡаҙ” ярышында иң матур кейендерелгән ҡаҙ, ҡаҙ итенән аш-һыу рецептары, мамыҡ мендәргә иң үҙенсәлекле нағышланған мендәр тышы, ошо темаға төрлө ҡул эштәре һәм ҡаҙ фигураһын яһау, иң яҡшы балалар рәсеме.
Махсус приз – район хакимиәте башлығы Венер Насретдиновтан 5 мең һумға сертификатты иң эре ҡаҙ килтергән еңеүсегә буласаҡ. Ярыштарҙы йомғаҡлап, еңеүселәр бүләкләнәсәк.
Конкурс эштәре 453280, Федоровка ауылы, Ленин урамы, 50 адресы буйынса һәм
[email protected]
. Электрон адресына ҡабул ителә.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?