Рух
-12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2019, 11:27

Зарарлы ҡалдыҡтарҙы кемдәр эшкәртәсәк?

Аккумулятор, терегөмөшлө лампалар, батарейкалар, термометрҙар, йәғни I-II класлы зарарлы ҡалдыҡтар экологик хәүефһеҙлек талаптарына тура килергә тейеш.

Бына ошо кеше сәләмәтлеге, тирә-яҡ мөхит өсөн зарарлы ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк федераль оператор билдәләнде. Шулай итеп, хәҙер был эште “РосРАО” федераль дәүләт унитар предприятиеһы атҡарасаҡ.
Ә был ҡалдыҡтар нимә менән хәүефле һуң? Мәҫәлән, батарейкаларҙы ғына алайыҡ. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, улар илдә йылына бер миллиардҡа яҡын файҙаланыла, сөнки беҙ ҡулланған бар көнкүреш приборҙары тиерлек улар ярҙамында эшләй. Ә ҡулланылып ташланғандарында кеше сәләмәтлеге һәм тирә-яҡ мөхит өсөн терегөмөш, цинк, магний, никель, кадмий кеүек әллә күпме хәүефле матдәләр бар. Шуға уларҙы сүп-сар менән бергә ташлау ерҙең, һыуҙың зарарлы матдәләр менән бысраныуына килтерә. Бер бәләкәй генә батарейка тотош 400 литр һыуҙы бысрата икән. Ә бына ошондай һыу һәм зарарлы ҡалдыҡтар булған тупраҡта үҫтерелгән аҙыҡ төрҙәре кеше организмы өсөн бик зыянлы. Уларҙың хатта онкологик сирҙәргә килтереүе ихтимал. Шуға бар кешелек ошо зарарлы ҡалдыҡтарҙы махсус сүп-сар урындарына ташлау кәрәклеген яҡшы аңларға тейеш. Уларҙы ҡабул итеү пункттары Өфөлә лә бар. Өҫтәүенә ошондай зарарлы ҡалдыҡтарҙы үтилләштереү ҙә - етди мәсьәлә.
Мәғлүм булыуынса, “Экология” милли проектына ярашлы “I һәм II класлы хәүефле ҡалдыҡтар менән эшләүҙең инфраструктураһы” федераль проекты был ҡалдыҡтарҙың берҙәм иҫәбен алып барырға, контролдә тоторға, уларҙы зарарһыҙландырыуҙа инфраструктура булдырыуҙы талап итә. “РосРАО” федераль унитар предприятиеһы иһә зарарлы ҡалдыҡтарҙы йыйылған урынынан алып эшкәртеләсәк урынға килтереүҙе, иҫәп алып барыуҙы даими күҙәтәсәк.
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты үҙ эсенә 11 федераль проектты ала: “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класс хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы һауыҡтырыу”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү”. Милли проект биш йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыласаҡ: “Ҡалдыҡтар”, “Һыу”, “Һауа”, “Биотөрлөлөк”, “Технологиялар”.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
rodb-v.ru
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас в