Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан быйыл тәүге тапҡыр ойошторолған конкурстың маҡсаты – Рәсәй халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә, традицион халыҡ мәҙәниәте ҡиммәттәрен киңерәк таратыуға, илебеҙҙә йәшәгән милләттәрҙең рухи мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт булдырыуға йүнәлтелгән иң яҡшы тәжрибәләрҙе асыҡлау.
Конкурсҡа Рәсәйҙең 51 төбәгенән 266 ғариза ҡабул ителгән,улар араһынан 110 проект төрлө номинациялар буйынса еңеүсе тип табылған, билдәләп үтеүебеҙсә, шул иҫәптән биш еңеүсе – Башҡортостандан.
“Төбәк кимәлендәге иң яҡшы практика” номинацияһында Октябрьский ҡалаһынан Илгизә Сәхәбетдинова “Татар һәм башҡорт телдәрендә электрон китаптар булдырыу” проекты менән еңеү яуланы.
“Муниципаль кимәлдәге иң яҡшы практика” номинацияһында Белорет ҡалаһының 21-се мәктәбе уҡытыусыһы Баныу Астанова “Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт телен һәм Башҡортостан мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса “Афарин” альтернатив уҡытыу-методик комплексы” проекты һәм Өфө ҡалаһының 65-се татар гимназияһы уҡытыусыһы Резеда Ғәрифуллина “Әҙәби әҫәр буйынса буктрейлер” проекты менән еңеүсе булып танылды.
“Айырым мәғариф ойошмаһының иң яҡшы эш тәжрибәһе” номинацияһында – 65-се татар гимназияһы уҡытыусыһы Ләйсән Насированың “Татар телен һаҡлау һәм үҫтереү һәм музей-белем биреү комплексы нигеҙендә мәҙәни-ара аралашыу тәрбиәләү” проекты иң яҡшы эш булараҡ билдәләнде.
Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты тарафынан әҙерләнгән “Интерактив башҡорт теле” веб-ресурсы” “Иң яҡшы селтәр проекты” номинацияһында еңеү яуланы.
Фото: "МИЛЛИ МӘҒАРИФ БУЙЫНСА РЕСУРС ҮҘӘГЕ" төркөмөнән.
#НациональныйпроектБашкортостан
"Башҡортостан" гәзитенән.