Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2019, 20:42

Өфөлә Башҡортостандың беренсе осоусыһы Ғәли Ишмырҙиндың һәйкәлен яңырттылар

Өфөләге Сергиевск мемориаль зыяратында Башҡортостандың беренсе осоусыһы, Өфө аэроклубының беренсе начальнигы, Мораҙым ауылында тыуып үҫкән Ғәли Ишмырҙинға яңы һәйкәл ҡуйҙылар.

Өфөләге Сергиевск мемориаль зыяратында Башҡортостандың беренсе осоусыһы, Өфө аэроклубының беренсе начальнигы Ғәли Ишмырҙинға яңы һәйкәл ҡуйҙылар. 1942 йылдың авгусында фажиғәле һәләк булған осоусы Өфө госпиталдәрендә яраларҙан һәләк булған хәрбиҙәр янында ерләнгән.
Ваҡыт үтеү менән Ғ.Ишмырҙиндың ҡәбере ташландыҡ хәлгә килә. Осоусының улы Марат Ишмырҙин (уға хәҙер 82 йәш) атаһы ерләнгән урынды яңыртыуҙа ярҙам һорап республика етәкселегенә мөрәжәғәт итә. Финанс ярҙамын Ауырғазы районы хакимиәте күрһәтә.
«Өфө ҡалаһының махсуслаштырылған хеҙмәтләндереү комбинаты» көсө менән ҡыҫҡа ваҡытта ҡара граниттан һәйкәл әҙерләнә һәм Ғәли Ишмырҙиндың яраҡһыҙлыҡҡа килгән ҡәбер ташы урынына ҡуйыла. Илдең авиация үҫеше өсөн күп эштәр башҡарған яҡташыбыҙҙың ҡәберенең тирә-яғы ла тәртипкә килтерелә һәм төҙөкләндерелә.
Осоусының улы легендар шәхестең иҫтәлеген мәңгеләштереүҙә һәм һәйкәлен яңыртыуҙа ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла оло рәхмәтен еткерҙе.
Читайте нас: