Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2019, 11:42

Ҡалаға барып йөрөргә кәрәкмәй

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тармаҡты һанлаштырыу халыҡ өсөн медицина ярҙамын уңайлы һәм сифатлы итә. Мәҫәлән, Учалы үҙәк дауаханаһында телемедицина технологиялары былтырҙан ҡулланыла башланы.

Ошо көндәрҙә иһә Ишмәкәй һәм Яңы Байрамғол ауылдарынан дүрт пациент онлайн режимда үҙәк ҡала дауаханаһы терапевтынан консультация алды.
Был башланғыстың төп маҡсаты – үҙәктән алыҫта урынлашҡан тораҡ пункттары халҡына заманса мөмкинлектәрҙән файҙаланып медицина ярҙамы күрһәтеү. Телемедицина булышлығында пациенттар кардиолог, эндокринолог, ревматолог, невролог кеүек тар белгестәрҙән кәрәкле кәңәш ала. Бының өсөн урындағы фельдшер тәүҙә консультация үткәреү ваҡытын асыҡлай, һөҙөмтәлә ФАП бинаһында пациент онлайн режимда үҙәк менән бәйләнешкә инеп, хәлен белдерә, табиптар амбулатор йәки стационар дауалау билдәләй.
Район халҡы телемедицина алымдары менән юғары кимәлдә файҙаланһын өсөн, дауахана тарафынан ФАП-тарға ноутбуктар һатып алынған. Медицина учреждениеһында хеҙмәткәрҙәрҙе һанлы технологияларға өйрәтеү буйынса даими уҡыуҙар ҙа уҙғарылып тора.
Йыл башынан 475 телеконсультация уҙғарылған. Был күрһәткес буйынса учалылар республикала тәүге урында.
#нацпроектыБашкортостан#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроекты#регпроекты
Фото: businessinsurance.com
Читайте нас в