Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2019, 11:57

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә «Егәлгә» милли паркы булдырыла

Көньяҡ Уралда «Егәлгә» милли паркы булдырыла. Тейешле ҡарарға Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы. Яңы объект Силәбе өлкәһенең Ҡытау-Ивановск районында, ә бер өлөшө Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә «Егәлгә» милли паркы булдырыла
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Көньяҡ Уралда «Егәлгә» милли паркы булдырыла. Тейешле ҡарарға Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы. Яңы объект Силәбе өлкәһенең Ҡытау-Ивановск районында, ә бер өлөшө Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан. Уның майҙаны — 45 мең гектар. Яңы парк ағымдағы йылда «Экология» милли проектына ярашлы ойошторолған тәүге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе була.
Рәсәй премьер-министры һүҙҙәренсә, яңы парк булдырыу Рәсәйҙә туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш.
«Бында уникаль урманлы тәбиғәт комплекстары. Күп үҫемлектәр һәм йәнлектәр Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Был ерҙәр һәр ваҡыт туристарҙы йәлеп итә, — тине премьер. — Хәҙер унда экологик туризмды үҫтереү, йәғни бының өсөн инфраструктура, яңы эш урындары булдырыу өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр барлыҡҡа килде».
Вице-премьер Алексей Гордеев «Егәлгә» милли паркы Көньяҡ Уралдың үҙенсәлекле тәбиғәтен, үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһын һаҡлап ҡалырға ярҙам итер тип өҫтәне.
Белешмә. Егәлгә – Көньяҡ Уралда Йүрүҙән йылғаһының һул ярындағы тау һырты. Силәбе өлкәһе Ҡытау-Ивановск районының көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Егәлгәнең көньяҡ сиге – Ҙур Шолом һыртының иң юғары нөктәһе (1427 метр) Башҡортостандың Белорет районында Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан.
Читайте нас: