Рух
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2019, 11:37

Милли проект ҡорға йыя

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ” милли проектына ярашлы хакатон-форум үтә.

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ” милли проектына ярашлы хакатон-форум үтә.
Хакатон – “Етештереүсәнлек лидерҙары” белем биреү программаһының уникаль федераль башланғысы. Ул сеймал булмаған тармаҡ предприятиелары топ-менеджерҙарына иҫәпләнгән. Биш-һигеҙ кешенен торған командаларға берләшеп, белгестәр үҙ предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға йүнәлтелгән ҡарарҙар әҙерләй. Артабан төбәк һәм федераль ҡарарҙар банкы булдырыласаҡ.
Хакатонда милли проектҡа килешеү төҙөп ингән предприятиелар ҡатнаша. Билдәле булыуынса, республикабыҙҙа улар хәҙер – 48.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ” милли проекты өс федераль проекттан тора: “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса системалы саралар”, “Предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға адреслы ярҙам”, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫешен тәьмин итеү өсөн мәшғүллеккә булышлыҡ ҡылыу һәм хеҙмәт баҙары һөҙөмтәлелеген арттырыу”.
("Башҡортостан" гәзитенән).
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас: