Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2019, 11:50

Ҡытайҙан да килеп башҡортса йырлайҙар!

“Иҙел” халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры конкурсында ҡатнашырға теләк белдереп, ойоштороу комитетына 74 ғариза килгән. Быйыл сара башҡа йылдарҙан айырмалы Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән ойошторолдо һәм “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә уҙҙы.

Һайлап алыу туры, ситтән тороп тыңлау буйынса финалға һигеҙ номинация буйынса 42 ҡатнашыусы үткән. Конкурста Өфө, Мәскәү, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Ульяновск, Чистополь, Аткарск, Ҡазан ҡалаларынан, Ейәнсура, Бөрйән, Салауат райондарынан, Ҡытайҙан һәм Ҡырым республикаһынан йәш башҡарыусылар ҡатнашты.
“Башҡорт халыҡ йыры” номинацияһында – Әлфиә Мырҙабаева, “Татар халыҡ йыры” номинацияһында – Линар Шәймөхәмәтов, “Академик йыр” номинацияһында – Сервер Ҡадиров, балалар араһында Инсаф Ғәнибаев еңеү яуланы. Иң шәп коллектив тип “Йәннәт” вокал ансамбле, “Башҡорт эстрада йыры” номинацияһында – Ләйсән Ҡаһирова, “Татар эстрада йыры” номинацияһында – Светлана Хәсәншина, “Автор башҡарыусы” номинацияһында Азамат Дауытов билдәләнде.
2011 йылдан үткәрелгән был сарала Радик Юлъяҡшин, Ришат Төхвәтуллин, Зилиә Бәхтиева, Лилиана Ғәзизова, Айгиз Ханов еңеүсе булғаны бар. 2020 йылда “Иҙел” үҙенең 10 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: