Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2019, 21:29

Өфөлә көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры үтте

Ауырғазы районының данын яҡлаған егеттәр уңышлы сығыш яһаны

. Ул полицияның генерал-лейтенанты А. Әхмәтханов иҫтәлегенә бағышланды. Ярышта Рәсәйҙең 12 төбәгенән һәм Ҡаҙағстандан 256 спортсмен ҡатнашты.
Ауырғазы районының данын күп тапҡыр Башҡортостан Республикаһы чемпионы Иншар Килмөхәмәтов, көрәш буйынса спорт мастеры, күп тапҡыр Башҡортостан чемпионы, Рәсәй чемпионы, Рәсәйҙең көмөш чемпионы Рәмил Ғәлимов, Башҡортостандың күп тапҡыр чемпионы Рөстәм Сатлыҡов, күп тапҡыр Башҡортостан чемпионы, Рәсәй чемпионы Рушан Ильясов һәм Байрас Ильясов яҡланы.
Иншар Килмөхәмәтов 65 килограмм ауырлыҡ категорияһында беренсе урын яуланы. 75 кг ауырлыҡ категорияһында Рәмил Ғәлимов икенсе, 70 кг ауырлыҡ категорияһында Рөстәм Сатлыҡов – өсөнсө урынға сыҡты. Байрас Ильясов (55 кг) менән Рушан Ильясов (85 кг) шулай уҡ 3-сө урындалар.
Рәмил Ғәлимовтың тәрбиәләнеүселәре Илдар Ғәлимов (60 кг) Илдар Исхаҡов (65кг) үҙ категорияларында өсөнсө урын алды.
Читайте нас: