Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2019, 15:16

Рәсәй сифатты тикшереү системаһы тиҙ әҙерләнә торған туҡмастарҙы тикшергән

"Роскачество" тиҙ әҙерләнә торған, халыҡта "бомжпакет" тип йөрөтөлгән туҡмастарҙы тикшергән. Һөҙөмтәһе - иҫ китерлек.

Тикшереүгә Владимир, Мәскәү, Новосибирск, Тула өлкәләрендә, Ҡаҙағстанда һәм Кореяла етештерелгән 17 сауҙа маркаһы продукцияһы алынған. Уларҙың барыһында ла токсиндар, пестицидтар, шулай уҡ тоҙҙоң күп булыуы асыҡланған.
Бер генә сауҙа маркаһы ла Рәсәйҙең сифат билгеһенә дәғүә итә алмай, сөнки тикшерелгән барлыҡ продукцияның сифат күрһәткестәренә тура килмәүе билдәләнгән.
Эксперттарҙың әлеге аҙыҡтың хәүефһеҙлегенә ҡарата шиктәре раҫланған.
Айырым алғанда, "БигЛанч" туҡмасында бифентрин (пестицид) эҙҙәре, ә "Золотистая жатва", "Роллтон", "Моя цена" маркалары продукцияһында үҫемлектәр үҫеше регуляторҙары табылған. Һигеҙ сауҙа маркаһы продукцияһында микотоксин асыҡланған. "Роскачество" белдереүенсә, улар туҡмасҡа он аша эләккән.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, етештереүселәр сифатһыҙ үҫемлек майы ҡуллана, шулай уҡ 12 сауҙа маркаһында тоҙ күп булыуы асыҡланған. Шул уҡ ваҡытта туҡмастарҙа соя күп, әммә уны продукт составында күрһәтмәгәндәр. Ә составта күрһәтелгән ит бөтөләй табылмаған.
Читайте нас: