Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2019, 00:15

Эшҡыуарлыҡ сәғәте яңы проекттарҙы тикшерҙе

Бөгөн, 14 ноябрҙә, район хакимиәтендә Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ете яңы проект ҡаралды

Бөгөн, 14 ноябрҙә, район хакимиәтендә Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ете яңы проект ҡаралды
Мәсәйле, Нуғаҙаҡ, Солтанморат ауыл биләмәләрендә шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа эре мөгөҙлө малдарҙы һимертеү менән мәшғүлдәр. Уларҙың хужалары эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләй, бының өсөн ҙур булмаған финанс ярҙамы кәрәк. Фермерҙарға тейешле күрһәтмәләр бирелде.
Өршәк ауыл Советына ҡараған фермер хужалығына малсылыҡ фермаһы булдырыу тәрибе аңлатылды. Фермаға, муниципалитет милке булараҡ, документтар әҙерләнә.
Район үҙәгендә эш алып барыусы ике эшҡыуар тегеү һәм көнкүреш тауарҙары менән сауҙа итеү бизнесы өсөн майҙандарын киңәйтеү һәм яңыртыу буйынса пландары менән таныштырҙы. Уларҙың һорауҙарына тейешле хеҙмәт вәкилдәре яуап бирҙе.
Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән эшҡыуар, финанс ярҙамы күрһәтелгәндә, Талбазыла фотостудия асырға теләге барлығын белдерҙе.
Кәңәшмәлә ауыл Советтары рәйестәре, халыҡтың мәшғүллек үҙәге директоры, мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры, баш архитектор, Эшҡыуарҙар советы рәйесе, Россельхозбанк офисы начальнигы, Ауыл хужалығы идараһы начальнигының урынбаҫары ҡатнашты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Эшҡыуарлыҡ сәғәте һәр аҙна, кесаҙна көнөндә үткәрелә. Унда ҡатнашыу өсөн заявканы Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында https://investrb.ru/ һылтанмаһы буйынса бирергә йәки 8- 34745- 2-16-25 телефоны аша яҙылырға була.
Район башлығының иҡтисади үҫеш, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары А.Шакирова материалы буйынса.
Читайте нас: