«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Өфөлә, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, «Туған телгә 100 аҙым» акцияһына старт бирелгән.
Был проектты Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тәҡдим иткән. Уның маҡсаты - балаларҙы һәм йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә, туған телгә ылыҡтырыу, республика яҙыусыларының ижадын киң йәмәғәтселек араһында популярлаштырыу.
Уҡыусыларға, студенттарға, китапханаға килеүселәргә башҡорт авторҙарының 100 китабын уҡырға тәҡдим ителә. Улар араһында Мостай Кәрим, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Рауил Бикбаев һәм башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәре бар.
«Республикабыҙ әҙәби традицияларға, яҙыусыларға һәм шағирҙарға бай, – ти республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Яҙыусылар берләшмәһендә яңы исемдәр барлыҡҡа килә, заманса хикәйәләр, повестар һәм романдар, шиғри йыйынтыҡтар донъя күрә. Авторҙар менән ижади осрашыуҙарҙы йышыраҡ ойошторорға, уларҙың әҫәрҙәрен тикшереүҙә ҡатнашырға, баһа бирергә, фекер алышырға кәрәк. Иң мөһиме, халыҡ күберәк уҡый башлаһын ине. Йәштәр араһында китап уҡыусылар бик һирәк. Халыҡҡа ошо китаптар хаҡында мәғлүмәт бирергә, уларҙы ҡыҙыҡһындырырға кәрәк, тик мәжбүр итеү ярамай».
«Туған телгә 100 аҙым» проектына ҡушылайыҡ, дуҫтар!
Уҡырға тәҡдим ителгән китаптар исемлеге менән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана сайтында танышырға мөмкин.