Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2019, 11:44

Башҡортостан Шәхси мөмкинлектәрҙе үҫтереү буйынса комплекслы программала ҡатнаша

Башҡортостан Рәсәйҙең ун субъекты иҫәбендә Шәхси мөмкинлектәрҙе үҫтереү буйынса комплекслы программала ҡатнаша. Сара “Мәғариф” милли проекты бурыстарына ярашлы уҙғарыла.

Был программала ҡатнашыу өсөн 32 заявка ҡабул ителгән, һайлап алынған унау араһында Башҡортостан да бар. Өс йыл дауамында тормошҡа ашырыласаҡ программа шәхси белем биреү стратегияһын индереүгә булышлыҡ ҡыласаҡ, ул мәғариф өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән. Был идара итеү кадрҙарының һәм педагогтарҙың белемен камиллаштырыуҙы, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында махсус әҙерләнгән уҡытыу-методика комплексын файҙаланыуҙы һ.б. күҙ уңында тота.
Республикаға был программаны индереү өсөн ун дөйөм белем биреү ойошмаһы һәм ике мәктәпкәсә учреждение һайлап алынған. Ошо маҡсатта 11-16 ноябрҙә Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында төбәктең идара итеү командалары өсөн квалификацияны күтәреү курстары үтә. Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Күмертау, Сибай ҡалалары, Иглин, Өфө, Асҡын, Кушнаренко, Туймазы, Учалы райондары белем биреү ойошмаларының етәкселәре, методистары, педагог-психологтары, уҡытыусылары, шулай уҡ Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты вәкилдәре – барлығы 56 кеше уҡыуҙарҙа ҡатнашасаҡ.
Эште идара итеүселәрҙән башлау мөһим, тип билдәләй педагогик йәмәғәтселек, сөнки үҙгәрештәрҙең башында тап улар тора. Курста ҡатнашыусылар үҙҙәренең ойошмаларында шәхси-үҫтереүсе белем биреү мөхитен булдырырға өйрәнә, төркөмдәрҙә проект эштәре менән шөғөлләнә.
16 ноябрҙә идара итеү проекттарын күрһәтеү һәм концепцияларҙы яҡлау буласаҡ. Артабан эш вебинарҙар, онлайн-консультациялар рәүешендә дистанцияла барасаҡ. 2020 йылдың яҙында проекттарҙы яҡлау ҡаралған.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты “Балалы ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы!”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Белем биреү экспорты” федераль проекттарынан тора.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: