Белгестәр аҡсалата ярҙам аласаҡ
Быйыл “Ауыл табибы” федераль программаһы сиктәрендә Башҡортостанда 99 белгес – берәр миллион һум, ун фельдшер 500-әр мең һум аҡса аласаҡ.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова әйтеүенсә, был түләүҙәр 15 ноябргә тиклем тормошҡа ашырыласаҡ, унан тыш, 72 фельдшерға “Ауыл фельдшеры” республика программаһы сиктәрендә шулай уҡ 500-әр мең һум аҡса түләнәсәк.
Әйткәндәй, быйыл “Ауыл табибы” программаһына инмәгән 150 табип берәр миллион һум финанс ярҙамы алғайны. Был исемлек тағы ла һигеҙ кешегә артҡан. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 137 тар йүнәлешле медицина белгесенә лә берәр миллион һумлыҡ финанс ярҙамы күрһәтелде.
Йәштәр хаҡында ла хәстәрлек күрелә: медицина йүнәлеше буйынса маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡыған 1033 студент бишәр мең һум ярҙам аласаҡ, 416 ординаторға түләү һигеҙәр мең һум буласаҡ.