“Ведомости” хәбәр итеүенсә, Рәсәй Президенты Хакимиәтендә һөҙөмтәлелектең мөһим күрһәткестәрен үтәү буйынса йомғаҡлау яһалған. Был система буйынса Президентҡа һәм губернаторҙарға халыҡ ышанысының кимәлен баһалайҙар.
Һөҙөмтәлелектең мөһим күрһәткестәрен үтәү системаһы күрһәтеүенсә, Башҡортостан Чечен Республикаһы, Тула һәм Курс өлкәләренән генә ҡалышып, өсөнсө урынды алған. Был төбәктәр система ҡуйған күрһәткестәрҙе арттырып үтәгән.
Президенттың Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко әйтеүенсә, төбәк башлыҡтарының эше асыҡлыҡ, баҫалҡылыҡ, ғәҙеллек, эскерһеҙлек һәм контроль итеү принциптарына ярашлы ҡоролорға тейеш.
Төбәк етәкселәре битараф булмаҫҡа тейеш. Хәҙер үтәлмәҫтәй вәғәҙәләр биреү программаһы һөҙөмтә бирмәй, әйткәс тә эшләргә һәм һөҙөмтәлелекте күрһәтергә кәрәк. Иң тәүҙә ҡыҫҡа ваҡытта бойомға ашырыу мөмкин булған мәсьәләләрҙе хәл итеү талап ителә.
Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә дәғүә белдергән хәбәрҙәрҙе күҙәтеү мөмкинлеге тыуҙырған “Инцидент-менеджмент” күҙәтеүҙәр һәм тикшеренеүҙәр системаһының эшенә айырым туҡталғандар. Был йәһәттән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәм Санкт-Петербург губернаторы Александр Бегловтың хакимиәттәренең эше яҡшы тип баһаланған.