Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2019, 11:22

Республикабыҙ алдынғылар иҫәбендә

Рәсәйҙең һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министры Константин Носков Хөкүмәт ултырышында һанлы телевидениеға күсеүҙә республикабыҙҙы алдынғылар рәтендә булыуын билдәләне

Республикабыҙ алдынғылар иҫәбендә
Рәсәйҙең һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министры Константин Носков Хөкүмәт ултырышында һанлы телевидениеға күсеүҙә республикабыҙҙы алдынғылар рәтендә булыуын билдәләне. "Ғәҙәти телканалдарҙы һүндереү һәм яңы алым буйынса эш башлау үтә ауыр шарттарҙа барһа ла, уны ҙур оҫталыҡ менән йырып сыҡҡан төбәктәрҙе айырыуса билдәләп үтер инем", - тине ул.
Константин Носков Башҡортостан, Татарстан, Дағстан, Камчатка, Яҡут (Саха) республикаларын, Алтай, Красноярск крайын, Силәбе, Төмән, Ростов, Һарытау өлкәләрен башҡаларға өлгө итеп ҡуйҙы.
Әйткәндә, "Рәсәйҙә һанлы иҡтисад" милли проекты алты федераль проектты үҙ эсенә ала: һанлы мөхитте норматив көйләү, мәғлүмәти инфраструктура, һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар, мәғлүмәти хәүефһеҙлек, һанлы технологиялар һәм һанлы дәүләт идаралығы. Киләһе алты йылға милли проекттарҙы финанслауҙың дөйөм күләме 1,5 триллион һумдан ашыу тәшкил итә.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: