Рух
+20 °С
Облачно
Новости
9 Ноября 2019, 06:26

Алты район күсмә пунктлы булды

Бына тағы "Тәүге медик-санитар ярҙам системаһын үҫтереү” төбәк проекты буйынса республиканың алты районы тәүге тапҡыр аҙ кеше йәшәгән ауылдар өсөн күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары алды.

Алты район күсмә пунктлы булды
Милли проект буш һүҙ түгел, быны көндәлек тормошта күрәбеҙ, уның емештәренән файҙаланабыҙ. Бына тағы "Тәүге медик-санитар ярҙам системаһын үҫтереү” төбәк проекты буйынса республиканың алты районы тәүге тапҡыр аҙ кеше йәшәгән ауылдар өсөн күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары алды.
Шулай итеп, улар тиҙҙән Белорет, Баймаҡ, Ейәнсура, Әбйәлил, Йылайыр һәм Бөрйән райондары халҡын ҡабул итә башлаясаҡ.
Мобиль ФАП-тар бөтә тейешле ҡорамалдар: электрокардиограф, экспресс-анализатор, кардиомаркер һәм башҡа медицина кәрәк-яраҡтары менән йыһазландырылған. Оҙаҡламай республика тағы шундай 15 күсмә пункт аласаҡ.
Читайте нас