Уларҙы «Гранд Сервис Экспресс» ташыусыһының сайтында һәм тимер юл вокзалдары кассаларында алырға мөмкин.
Мәскәүҙән Симферополгә тиклем купе вагонға билет хаҡы 2966 һәм тора, СВ (уңайлы шарттар тыуҙырылған) вагонында – 9552 һум.
Санкт-Петербургтан Севастополгә тиклем плацкарт вагон өсөн 3,5 мең һум, купеға - 3,9 мең һум түләргә кәрәк буласаҡ.
Был турала пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнеүсе компания хәбәр иткән.
Билет хаҡы шулай уҡ халыҡта һорау менән ҡулланылыуға, миҙгелгә ҡарап һәм башҡа факторҙарға бәйле үҙгәрәсәк, тип белдерә «Гранд Сервис Экспресс».
Ҡырымға беренсе поезд Петербургтан 23 декабрҙә старт ала, ә , Мәскәүҙән 24 декабрҙә.
Ярымутрауға Петербургтан юлда барыу ваҡыты 43 сәғәт, ә Мәскәүҙән - 33 сәғәт.
(https://www.rbc.ru/ мәғлүмәттәре буйынса).