Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2019, 23:05

Башҡортостанда секундына 20 метр тиҙлегендәге көслө ел көтөлә

Башҡортостанда көн боҙолоуы көтөлә. Иртәгә, 7 ноябрҙә, синоптиктар тиҙлеге секундына 15-20 метрға еткән көслө ел сығыуын вәғәҙә итә.

Шулай уҡ төрлө көслөлөктәге ямғырҙар көтөлә. Иртәнге сәғәттәрҙә юлдарҙа томан булыуы ихтимал.
Кесаҙна төбәктә йылы буласаҡ. Төнөн һауа температураһы 0...+5 градус, көндөҙ термометр бағанаһы Цельсий буйынса +5...+10 градусҡа тиклем күтәреләсәк.
® UfaTime.ru хәбәрҙәренән.
Читайте нас: